Каратэ буйынса турнир Каспийск ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостан командаһы халыҡ-ара ярыштарҙа ике бронза наградаға лайыҡ булды. Бөтә Рәсәй турнирында беҙҙең спортсылар 3 алтын, 4 көмөш һәм 3 бронза миҙал алды.




