1 сентябрҙән спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тәртибе үҙгәрә

1 сентябрҙән Башҡортостандың йәйге кафеларында һәм дөйөм туҡланыу йорттарында алкоголь менән сауҙа итеү яңы шарттар буйынса ойошторола. Был туралағы законға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Рәсми документтан күренеүенсә, учреждениелар федераль закон һәм законға ярашлы акттар менән билдәләнгән спиртлы эсемлектәр һатыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, шулай уҡ асыҡ һауалағы залдарҙың талаптарға һәм нормативтарға тап килеүе тураһында махсус һығымта алырға тейеш.

Төбәк климат шартарында йәйге кафелар миҙгеле бик ҡыҫҡа, һәм бындай урындарҙа алкоголь һатыуҙы ҡануни көйләүҙә ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе күрәбеҙ. Закон был эшмәкәрлекте тәртипкә килтерергә, уны эшҡыуарҙар өсөн асыҡ һәм аңлайышлы итергә һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡларға тейеш. Яңы талаптар көҙгә генә көсөнә инә, шуға күрә бизнестың әҙерләнергә ваҡыты буласаҡ, - тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ