Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар конвой килде

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар конвой килде. Уны баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев етәкләй. Алғы һыҙыҡҡа юғары үтеүсәнлектәге мотоциклдар, квадрокоптерҙар, генераторҙар, ҡорамалдар һәм башҡа мөлкәт килтерелгәйне.

Сәфәр барышында Өфө мэры Луганск ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Яна Пащенко менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре, атап әйткәндә, ҡалаларҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Ратмир Мәүлиев хәрбиҙәр алдында сығыш яһап, иң мөһиме, йәнле аралашыу һәм өфөләрҙән ярҙам һүҙҙәре. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн яугирҙарыбыҙға рәхмәт, тип яҙған социаль селтәрҙәрә ҡала хакимиәте башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ