Колледжды тамамлаусыларға яңы офоҡтар асылды. Баймаҡ ҡалаһында буласаҡ ауыл хужалығы һәм энергетика өлкәһе белгестәре уҡытыусыларҙың, уҡыу йорттары етәкселәренең һәм урындағы хакимиәт вәкилдәренең ҡотлауҙарын һәм изге теләктәрен ҡабул итте. Улар ҡулына диплом алды.
Диплом - ул белемде раҫлаусы документ ҡына түгел, ул мөмкинлектәр һәм яңы тормош башланыу символы. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында быйыл 197 ҡыҙ һәм егете урта махсус һөнәри белемгә эйә булды, шуларҙың 6-һы «ҡыҙыл» дипломлы йәш белгес.
Өфө яғыулыҡ - энергетика колледжының Баймаҡ филиалы сығарылыш студенттарын район мәҙәниәт йортона йыйҙы. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре буйынса 85 буласаҡ белгестең 9-ы юғары билдәле танытмалар алды.
Йәштәр өсөн күңелле студент тормошо, уҡыу артта ҡалды. Улар алдында хәҙер һөнәр буйынса эш, тормошта үҙ юлыңды табыу бурысы тора.
Рүзилә Ғүмәрова



