Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Бразилиялағы, Алжирҙағы, Вьетнамдағы һәм Филлипиндағы сауҙа вәкилдәре менән осрашты. Абруйлы делегация республикаға төбәктең сауҙа-иҡтисади мөмкинлектәре менән танышыу, хөҙмәттәшлек юлдарын барлау өсөн килгән.
Эш сәфәре сиктәрендә ҡунаҡтар Башҡортостандың сәнәғәт, етештереү предприятиеларында, социаль объекттарҙа булған. Һәр сауҙа вәкиле үҙе эшләгән дәүләттең ихтыяжынан сығып хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен ҡарай. Рәсәйҙең Вьетнам социалистик республикаһындағы сауҙа вәкиле Вячеслав Харинов әйтеүенсә, уны тәү сирата ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү өлкәһе ҡыҙыҡһындыра.




