Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашты

Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашты. Дәуләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында үткән съезда һүҙ заман әҙәбиәте, көнүҙәк проблемалар, киләсәккә бурыстар, үҫеш юлдары тураһында барҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Радий Хәбировҡа әҙәби ижадҡа иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Яҙыусылар союзы республиканың иң ҙур йәмәғәт ойошмаларының береһе, ул 300-гә яҡын төрлө быуын ижадсыһын берләштерә. Союзда башҡорт прозаһы , шиғриәте, балалар әҙәбиәте секцияһы, драматургия, рус һәм татар әҙәбиәте секциялары эшләй.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшмәкәрлеге үҫеш юлында. Әҙәби премияларҙың күләме, нәшер ителгән, тәржемә китаптар һаны арта, ижади конкурстар ойошторола, халыҡ-ара кимәлдәге хеҙмәттәшлек нығытыла, «Китап» байрамы уҙғарыла. Төҙөкләндереүҙән һуң асылған Яҙыусылар йорто ҡәләмдәштәрҙе берләштергән төп үҙәк булып тора. Башҡортостан Яҙыусылар союзы илдең иң ҡеүәтле өс ойошмаһы иҫәбенә инә, уның рәйесе итеп 6 йылға Айгиз Баймөхәмәтов һайланды. Союздың идара составы ла 6 йылға билдәләнде. Осрашыу барышында Радий Хәбиров яҙыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ