Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған инвестиция сәғәтендә 5 проект тикшерелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған инвестиция сәғәтендә 5 проект тикшерелде. Инвестиция сәғәтенә сығарылған проекттар төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Улар муниципаль кимәлдә тикшереү үткән, хуплау тапҡан.

Инвестиция сәғәтендә ҡаралған проекттарҙың икәүһе сәнәғәт тармағы буйынса. Бер проект Ағиҙел ҡалаһында трактор техникаһын йыя башлауҙы күҙ уңында тота. Икенсеһе- Благовещен ҡалаһында газ-турбина двигателдәрен етештереү заводы төҙөүгә йүнәлтелгән. Был проект буйынса ярты миллиард һум инвестиция һалыу планлаштырыла, 100-ләп эш урыны асыласаҡ. Шулай уҡ экотуризмда үҫтереүгә, агрофермаларға иғтибар арта. Инвестиция сәғәтендә Дыуан һәм Ауырғазы райондарында глэмпингтар асыу буйынса проекттар тикшерелде. Миҫал өсөн эшҡыуар Роберт Мөхәмәтйәнов Талбазы ауылы эргәһендә ял базаһы асырға ниәтләй. Бында туризмды ла, ауыл хужалығын да үҫтерергә мөмкин, ти ул.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ