Радий Хәбиров «Геройҙар иле» лагерында үҫмерҙәр менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Геройҙар иле» хәрби-тарихи легеры ҡатнашыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. 300-ҙән ашыу үҫмер менән асыҡ диалог формаһында ойошторолған осрашыу Шишмә районындағы «Патриот» паркында үтте.

«Геройҙар иле» лагеры 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ул республика һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте араһында төҙөлгән килешеү нигеҙенгә икенсегә уҙғарыла. Был юлы «Геройҙар иле»н үткәреү майҙансығы итеп Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы һайланған. Сменала Рәсәйҙең 22 төбәгенән йыйылған 350 үҫмер ҡатнаша, уларҙың яртыһы Башҡортостандың район-ҡалаларында белем алған уҡыусылар. Ҡатнашыусылар араһында осраҡлы кешеләр түгел, ә төбәк һәм Бөтә Рәсәй патриотик конкурстары, спорт ярыштары еңеүселәре, мәктәп үҙидаралығы һәм ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙары. «Геройҙар иле» проектында ҡатнашыусыларға ике аҙналыҡ бай программа әҙерләнгән. Смена барышында спорт ярыштары, хәрби-тактик уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, тарих буйынса лекциялар, ижади кисәләр ойоштороу планлаштырылған. Дөйөм лагерь прогрммаһынан тыш, малай-ҡыҙҙар «Ватан һаҡсылары», «Тарих һаҡлаусылар», «Еңеү медиаһы» һәм «Еңеү ирекмәндәре» йүнәлештәренең береһен һайлап, өҫтәмә уҡыуҙар үтә ала.

«Геройҙар иле» лагеры ҡатнашыусылары менән Башҡортостан башлығы осрашты. Асыҡ диалог форматында Радий Хәбировҡа теләгән һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауын бирә алды. Үҫмерҙәр республика башлығының был вазифаға тиклемге тормош юлы, бала саҡ хыялдары, яҡын арала үткәреләсәк илһөйәрлек саралары, яратҡан урындары тураһында белеште. Етди һорауҙар ҙа булды, малай-ҡыҙҙар баш ҡаланан алыҫта урынлашҡан райондарҙы үҫтереү планы, мәшғүллек мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ