Ватанға хеҙмәт итеү - һәр Рәсәй ир-егетенең изге бурысы. Бөгөн Өфөлә яҡташтарыбыҙҙы хәрби хеҙмәт урынына оҙатыу тантанаһы үтте. 150-гә яҡын саҡырылыусы хәрби бурысын Читала үтәсәк. Башҡортостан егеттәрен Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Хәрби комиссар Михаил Блажевич һәм дини конфессия вәкилдәре сәләмләне. Ватан һаҡсыларының физик әҙерлеге, рух ныҡлығы, әүҙемлеге һәм илһөйәрлеге менән айырылып тороуы ҡыуаныслы. Улар шул тиклем сағыу, тине вице-премьер Ирек Сәғитов. Ул шулай кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың береһенә башҡорт бүреге бүләк итте. Айнур Әхмәтов шунда уҡ бейеп тә алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хеҙмәт итеү ваҡыты, элеккесә, 12 ай тәшкил итә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелмәй. Теүәл бер йылдан өйҙәренә ҡайтарыла.



