Әбйәлил районы үҙәгендә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең офисы асылды

Әбйәлил районы үҙәгендә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең офисы асылды. Предприятие етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев билдәләүенсә, офис эшенең төп маҡсаты - халыҡ өсөн мәғлүмәт һәм ярҙам сығанағы булыу. Был эшмәкәрлек ҙур инвестор менән Әбйәлил районы халҡы араһында мөһим коммуникация майҙансығы барлыҡҡа килеүен аңлата. Компания асыҡтан-асыҡ эшләргә, мәғлүмәт бирергә, урындағы кадрҙарҙы уҡытырға һәм экологик йөкләмәләргә иғтибар биреп, биләмәне үҫтереүгә өлөш индерергә ынтылыуын белдерә. Хәҙер Әбйәлилдәр үҙҙәренең һорауҙары һәм тәҡдимдәре менән килә аласаҡ. Әйткәндәй, баҡыр запастары раҫланған һәм тау-байыҡтырыу комбинаты асылған осраҡта эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәүенә, район бюджеты өҫтәмә финанстар менән тулыланасаҡ.

«Был предприятие, юридик шәхес булараҡ Әбйәлил районында теркәлергә тейеш. Тап ошо маҡсатта беҙ офис астыҡ, теркәү процедураһын башланыҡ. Июль аҙағына, август башында Әбйәлил районының тулы ҡиммәтле предприятиеһына әйләнербеҙ тип ышанабыҙ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ