Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы дауам итә.Унда илдең төрлө субъекттарынан мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Форум уларҙың остаздары - билдәле ғалимдарҙы, академиктарҙы бергә туплауы, фәнни асыштар һәм ғилми ҡорамалдар күргәҙмәһе ойошторолоуы менән дә үҙенсәлекле.
Бөгөн программаға ярашлы, «Ғаилә һәм фәнни карьераны йәнәш алып барыу» буйынса панель дисскусия эшләне, яһалма интеллект, технологик эшҡыуарлыҡ буйынса һөйләшеүҙәр уҙғарылды. «Асыҡ микрофон»да нисек академик булырға тигән һорауға яуаптар бирелде, ғилми журналдарҙы популярлаштырыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Съездағы сараларҙа Башҡортостан вәкилдәре уңышлы сығыш яһаны



