Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә түләнгән 2 миллион һумлыҡ матди ярҙам алыусылар исемлеген киңәйткән законға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер мәрхүмде бәлиғ булғансы ҡараған һәм тәрбиәләгәндәр ҙә республика бюджетынан аҡса алырға мөмкин. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, ата-әсәһе булмаған кешенең бала өсөн терәккә әйләнеүе, билдәле бер хоҡуҡи статусы булмағас, түләүгә дәғүә итә алмауы ҡануни яҡтан төҙәтелде. Бынан тыш, закон буйынса бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыусылар иҫәбенә Украина менән сиктәш Рәсәй биләмәләрендә хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары индерелде.




