Республикала мал аҙығы әҙерләү бара

Ямғырҙар арҡаһында хужалыҡтар төп көстө сенаж әҙерләүгә йүнәлтә. 224 мең тонна һутлы аҙыҡ һалынған. Был - пландың 34 проценты. 73 мең тонна бесән әҙерләнгән. Мал аҙығы әҙерләү Ҡырмыҫҡалы  һәм Шишмә райондарында  дәррәү алып барыла. Әҙерлек 40 проценттан юғары. Ямғырҙар туҡтау  менән эште тиҙәйтеү планлаштырыла.  Быйыл  һәр баш малға  25 центнер ярым аҙыҡ әҙерлеү маҡсаты ҡуйылған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.

Фото №1 - Республикала мал аҙығы әҙерләү бара
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ