Радий Хәбиров һәм Антон Котяков Өфө моторҙар заводында кадрҙар әҙерләү үҙәге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков Өфө моторҙар эшләү производство беркмәһендә лә булды. Улар сәнәғәт предприятиеһы ҡарамағындағы уҡытыу үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты. Эшсе һөнәрҙәргә һөйөү тәрбиәләгән, киң мөмкинлектәр асҡан заманса үҙәк тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Заводтарҙа күреп өйрәнелгән ҙур, майлы станоктар бында юҡ. Үҙәккә юғары сифатлы, заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Илдан Өмөтбаев Өфө машиналар эшләү колледжының икенсе курсын тамамлаған. Студент бер юлы үҙәктә фрезировкалаусы һөнәрен үҙләштерергә лә булған. Бында юғары стипендия ла түләйҙәр, уҡып бөткәс эшкә лә ҡалдыралар, ти Илдан.

Уҡытыу үҙәгендә йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә белем ала. Шулай уҡ предприятие хеҙмәткәрҙре өсөн кваликацияны күтәреү мөмкинлеге лә ҡарала. Курстар үткәндә эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы һаҡлана.

Предприятиеның уҡытыу үҙәге 4 йыл элек асылған, ул кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә тос өлөш индерә.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Ростех корпорацияһының авиадвигателдәр етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән тәүге майҙансығы булып тора. Үҙәк 200-ҙән ашыу уникаль заманса ҡоролма менән йыһазландырылған. Бында станоктарҙы программалау, гидравлика, пневматика, мехатроника лабораториялары, етештереү участкалары, уҡыу аудиториялары бар.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков үҙәктәге белем биреү шарттарын юғары баһаланы. Улар оҫтаханаларҙы, лабораторияларҙы, аудиторияларҙы ҡарап сыҡты, белем алыусылар менән аралашты.

Ҡунаҡтар «Ростех ҡанаттары» һөнәри белем биреү программаһында ҡатнашыусылар менән дә осрашты. Был илдең авиасәнәғәт тармағы өсөн яңы быуын инженерҙары әҙерләү программаһы. Әлеге үҙәктә ошо проектҡа ярашлы Санкт-Петербург, Һамар университеттары студенттары ла белем ала. Шулай уҡ был программала 2021 йылдан Өфө фән һәм технология университеты йәштәре лә ҡатнаша. Бөтәһе 127 бала уҡый. Яңы уҡыу йылында тағы 65 студентты ҡабул итеү планлаштырыла. Яҡшы билдәләргә өлгәшкән йәштәргә корпорациянан 30-ҙан 50 мең һумға тиклем стипендия түләнә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков Өфөләге «Именлек» республика геронтология үҙәгенең яңы корпусында ла булды. Объект 50 урынға иҫәпләнгән, быйыл яҙ асылды. Социаль учреждениела ҡарттар һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы даими ҡарау, социаль реабилитациялау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проекты буйынса күтәрелгән объект - социаль учреждениеларҙы камиллаштырыу өлгөһө.

Ҡунаҡтар интенсив терапия палатаһын, дауалау физкультураһы һәм тренажер залдарын, бассейнды һәм оҫтаханаларҙы ҡараны. Үҙәктә йәшәүселәр менән аралашты, хәлдәрен белеште. Барыһы ла бер һүҙҙән - йәшәү шарттары яҡшы булыуын һәм персонал тарафынан оло хәстәрлек күрһәтелеүен билдәләне.

Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков үҙәктә пилот режимда эшләгән «Социаль такси» хеҙмәте менән танышты. Шулай уҡ ҡунаҡтарға республикала социаль сәйәсәт буйынса тормошҡа ашырылған төп йүнәлештәр, шул иҫәптән өлкән граждандарҙы һәм инвалидтарҙы стационар хеҙмәтләндереү системаһы презентацияланды. «Именлек»тән тыш, төбәктә 15 психоневрология интернаты, 54 социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, биш йорт-интернат һәм биш шәхси пансионат эшләй.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ