Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы үтә. Унда илдең төрлө субъекттарынан мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Форумдың эшлекле программаһында ҡатнашыуҙан тыш, делегаттар фәнни асыштар, ғилми ҡорамалдар күргәҙмәһе менән дә танышты. «Торатау» Конгресс-Холлында өсөнсө көн дауам иткән Съездан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Фотоника менән микроэлектроника, пилотһыҙ осоусы авиация системалары, химия, генетика, медицина һәм айти-технологиялар... Башҡортостанды ғилми-технологик үҫтереү буйынса дәүләт программаһы раҫланған. Бөгөн Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡарамағында 18 йәштәр лабораторияһы эшләй, улар университеттар һәм ғилми ойошмалар базаһында ойошторолған. Йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыусыларҙы яҡташтарыбыҙ фән өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләре, асыштары менән таныштырҙы.
Рәсәйҙә етештерелгән Ғилми ҡорамалдар ярҙамында донъяуи асыштар яһала. Әйтәйек, был молекуляр генетик тикшеренеүҙәр уҙғарыуҙа ихтыяж менән файҙаланылған генетик анализатор. 16 капиляр ҡуйырға мөмкин. Ул бер юлы 192 өлгөнө етештереү ҡеүәтенә эйә, 45 минутта анализ яһай.
Форумдың өсөнсө көнөндәге программа ла илдең төрлө төбәктәренән йыйылған йәш ғалимдар өсөн ҡыҙыҡлы булды. «Ғаилә һәм фәнни карьераны берлектә алып барыу» буйынса панель дисскусия эшләне, яһалма интеллект, технологик эшҡыуарлыҡ буйынса һөйләшеүҙәр уҙғарылды. «Асыҡ микрофон»да нисек академик булырға тигән һорауға яуаптар бирелде, ғилми журналдарҙы популярлаштырыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Съездағы сараларҙа Башҡортостандың йәш көстәре лә ихлас ҡатнаша
Ил кимәлендәге Йәш ғалимдар Съезының тап Башҡортостанда ойошторолоуы осраҡлы түгел. Республика өсөнсө йыл рәттән төбәктәрҙең ғилми-технологик үҫеш Милли рейтингында тәүге ун төбәк исемлегендә. Фән менән шөғөлләнгән йәштәргә булышлыҡ итеү буйынса ла алдынғы урынды биләй.
Йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы аҙағында илдең һәр субъекты буйынса делегаттар менән айырым осрашыуҙар уҙғарылды. Улар алдында Рәсәй президенты ҡарамағындағы фән һәм мәғариф буйынса Советтың ғилми һәм белем биреү өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы координаторы сығыш яһаны. Ҡунаҡтар Өфөләге форумдан тәьҫораттары менән уртаҡлашып, берҙәм проекттар өҫтөндә эшләргә вәғәҙәләште.
Гөлназ Хәйбуллина



