Алдағы ял көндәрендә республикала һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен һәм урыны менән боҙборсаҡ. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы ял көндәрендә лә республикала һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ. Көндәр йылыныуға ҡарамаҫтан, төбәктә йылы ямғырлы көндәр һаҡлана. Дүшәмбе республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урын менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

Алдағы тәүлектәрҙә республикала һауа торошон йылы һауа массаһы билдәләй. Төндә 10-15, көндөҙ 23-28 градус йылы була. 6 июлдә төндә 11-16, көндөҙ 20-25 градус йылы күрһәтә. Дүшәмбен төнгә ҡарай 7-12, көндөҙ 19-24 градус йылы күрһәтә.

Светлана Положенцева, Башгидрометүҙәктең метеокүҙаллауҙар бүлеге етәксеһе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ