Өфөлә бер төркөм журналистар һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре юғары исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Тантаналы сара «Күп форматлы дәүерҙә киң мәғлүмәт саралары» конференцияһы сиктәрендә үтте. Юғары наградаларға беҙҙең коллегалар ҙа лайыҡ булды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Физкультура уҡытыусыһы һөнәрен журналистҡа алмаштырғанға бер ҙә үкенмәйем, ти Илдар Байбулатов. 23 йыл мөһим ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған хеҙмәттәшебеҙ эшендә лә, өйҙә лә бик бәхетле кеше. «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе Илдар Зөлфәр улының хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем менән баһаланды. Тәжрибәле хеҙмәттәшебеҙ хеҙмәт юлын ябай хәбәрсе булып башлаһа, бөгөн ул сығарылыш мөхәррире вазифаһын башҡара, Хәҙер хәрби хәбәрсе лә.
Коллегабыҙ ошо аҙнала ғына махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтты. Айҙан ашыуға һуҙылған командировкала ул махсус хәрби операция барышы, «Башҡортостан» полкы, башҡорт батальондарының яу юлы һәм көнкүрешен яҡтыртҡан репортаждар төшөрҙө.
Редакциябыҙҙың режиссерҙар төркөмө етәксеһе Азамат Байсәләмов Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ул да һәр эшкә ҡыйыу тотонған һәм иң мөһим проекттарҙы атҡарған яуаплы хеҙмәттәшебеҙҙең береһе.
Үҙ эшенә тоғро хеҙмәт иткән журналистарҙы һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү «Күп форматлы дәүерҙә киң мәғлүмәт саралары» конференцияһы сиктәрендә үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров сәләмләне. Йыйылыштың беренсе өлөшөндә федераль эксперттар, саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһаны. Социаль селтәрҙәр үҫешкән осорҙа киң мәғлүмәт сараларының урыны, аудиторияның иғтибарын йәлеп итеү буйынса ысулдар, милли медиа тураһында һүҙ барҙы.
Осрашыуҙа Рәсәй журналистар союзы рәйесе лә ҡатнашты. Владимир Соловьев Башҡортсотандың дәүләт наградаһы - «Халыҡтар дуҫлығы ордены» менән бүләкләнде.
Заман менән ниндәй генә форматтар барлыҡҡа килмәһен, журналистиканың асылы үҙгәрешһеҙ ҡала - дөрөҫөн һөйләү һәм уҡыусыларға кәрәкле булыу. Республиканың киң мәғлүмәт саралары - хәҙерге сәйәси ысынбарлыҡта халыҡ өсөн ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булып ҡала.
Әлфинә Килдейәрова



