Александр Беленов «Өфө» футбол клубына ҡайтты

Александр Беленов «Өфө» футбол клубына ҡайтты. Ҡапҡасы яҡташтарыбыҙ составында 2017 йылдан 2022 йылға тиклем сығыш яһай, көйәрмәндәрҙең ышаныслы уйыны һәм пенальтиҙы кире ҡағыу оҫталығы менән хәтерендә ҡала. Ул көйәрмәндәр версияһы буйынса айҙың һәм миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы тип таныла, 2019/20 миҙгелендә чемпионаттың иң яҡшы голкиперы була, шулай уҡ Лев Яшин клубына инә. Александр Беленов «Өфө» клубы өсөн 165 матч үткәрә, шуларҙың 54-ендә үҙ ҡапҡаһына бер туп та үткәртмәй. Ҡапҡасы быға тиклем «Факел» командаһында уйнай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ