Был турала район хакимиәте башлығы Олег Ефимов хәбәр итте. - Уҡыусылар һәм уларҙың остаздары 200 мең һум менән бүләкләнде. Был аҡсаны үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн тотоналар, - тине ул. "Беренселәр хәрәкәте"нең башланғыс бүлексәләре конкурсы икенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл көҙ проекттың яңы этабы башлана.




