Башҡортостанда өлгөлө атайҙар асыҡлана

Быйыл "Атайлыҡ даны" йәмәғәт наградаһын алыуға 170 ир-егет дәғүә итә. Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, - улар араһында  спортсылар, эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр, пенсионерҙар бар. Күптәре ирекмәнлек һәм хәйриә  эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Ҡайһы берәүҙәр мөмкинлеге сикләнгән балалар тәрбиәләй. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 17 октябрҙә, Атайҙар көнөндә  була. Республика конкурсы 2020 йылдан алып уҙғарылып килә.

Фото №1 - Башҡортостанда өлгөлө атайҙар асыҡлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ