Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер төҙөкләндерелә

Бының өсөн 85 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Аҡса ҡала һәм республика бюджетынан бүленә, тип яҙа РБК агентлығы. Әле эште башҡарыусы компания һайлана. Контракт буйынса төҙөкләндереү быйыл ноябргә тиклем тамамланырға тейеш. Уҙған йылда был скверҙа Радий Хәбиров булды. Ул биләмәне тәртипкә килтереү кәрәклеге һәм КПССтың Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секретарына һәйкәл ҡуйыласағы тураһында белдерҙе.

Фото №1 - Өфөлә  Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер төҙөкләндерелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ