Туймазы районында үлемесле янғын теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Алексеевка ауылында шәхси йортто ут ялмап ала. Янғын майҙаны 100 квадрат метрға етә. Ваҡиға урынына тиҙ арала ашығыс хеҙмәттәр килә. Ҡотҡарыусылар бүлмә иҙәнендә 50 йәшлек ирҙең тынһыҙ кәүҙәһен тапҡан. Әлеге ваҡытта компетентлы органдар һәм эксперттар ваҡиға урынында эшләй, фажиғәнең бөтә шарттарын ентекләп өйрәнә.



