Башҡортостанда табипҡа яҙылыу 92 процент дистанцион рәүештә башҡарыла

Башҡортостанда табипҡа яҙылыу 92 процент дистанцион рәүештә башҡарыла. Был йәһәттән республика һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу планын уҙып китә. Төбәк «беренсел медицина-санитар ярҙамдың һөҙөмтәлелеген арттырыу» пилот проектында ҡатнаша.

Өфөнөң 50-се поликлиникаһы һәм уның филиалдары 117 мең кешене хеҙмәтләндерә. Берҙәм контакт-үҙәк пациенттарға кәрәкле мәғлүмәт бирә, регистратураны бушата. Ә диспансеризация үтергә кәрәк булғандар быны берҙәм тәҙрә режимында эшләй ала. Сәләмәтлек мәктәбе лә эшләй, унда пациенттар өсөн төрлө темалар буйынса мәғрифәтселек дәрестәре үткәрелә. Айырым иғтибар - хроник сирлеләргә. «Ашығыс ярҙам» кабинетында шулай уҡ өйгә саҡырыуҙар өсөн яуаплы диспетчер бар. Шылтыратыуҙар тураһында мәғлүмәтте ул шунда уҡ күсмә бригадаға тапшыра, ул пациентҡа 2 сәғәт эсендә килергә тейеш. 50-се поликлиника төбәктә был йүнәлештең кураторы булып тора. Ә терапевтарға килгәндә, уларҙың эшендә яһалма интеллект нигеҙендә программа ярҙам итә. Мәҫәлән, ул йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен асыҡлай һәм электрон медицина картаны анализлап, дауалау алымдарын кәңәш итә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ