Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районындағы «Әкиәттә ҡунаҡта» аллеяһында яңы скульптуралар ҡуйылды. Әкиәт геройҙарын балалар матур тамаша менән ҡаршы алды.
Вологода урамында урынлашҡан аллеяға үткән йылда төҙөкләндереү эштәре уҙғарылған, бында яңы асфальт түшәлгән, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр ҡуйылған. Әммә аллеяның төп биҙәге булған әкиәт геройҙары емерек хәлдә ҡалған. уларҙы яңыртыу талап ителгән. Быйыл был эшкә 8 кешенән торған инициатив төркөмө тотонған, улар хәйриә проекты буйынса битараф булмаған кешеләрҙән аҡса йыйып төҙөкләндереү эштәрен башлаған. Халыҡтан 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған. Был суммаға «Әкиәттә ҡунаҡта» аллеяһына яңы һулыш өрөлгән. Хәҙер был биләмә ысынлап та тылсымлы әкиәт донъяһын хәтерләтә. Балаларға уйнарға, өлкәндәргә ял итергә урын булды, ти ойоштороусылар.




