Мәләүездә төҙөкләндерелгәндән һуң «Спартак» стадионы үҙ ишектәрен яңынан асты. Спорт һөйөүселәрҙың шатлығын Радий Хәбиров уртаҡлашты. Былтыр республика етәксеһе объектты реконструкциялауҙы тамамларға ҡушҡайны. Бының өсөн бюджеттан 54 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.
Иң тәүҙә йылытыу, электр энергияһы, янғын сигнализацияһы эшләнә, зыян күргән плитка алмаштырыла. Быйыл футбол майҙаны түшәме нигеҙе һәм яҡтыртыу ҡоролмаһы алмаштырыла. Стадион биләмәһендә футбол, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы, 500 урынлыҡ трибуналар бар, яҡын арала тағы ла 750 урынлыҡ трибуна ҡуйыу планлаштырыла.



