Эш кейемдәрен спорт формаһына. Өфөлә сәйәси партияларҙың йәштәр берләшмәләре вәкилдәре мини-футбол буйынса турнирҙа ҡатнашты. иптәштәрсә матчтар тәүге тапҡыр «Нефтсе» стадионында үтте һәм бер юлы ике ваҡиғаға арналды. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30 йыллығы. Быға тиклем командалар шундай уҡ волейбол турнирына иң көслөнө асыҡлағайны.
Ойойштороусылар билдәләүесә, турнирҙың маҡсаты - сәйәси партияларҙың йәштәр ҡанаты вәкилдәрен берләштереү. Унда 6 команда ҡатнашты, улар ике төркөмгә бүленеп уйнаны. Көсөргәнеш ярыш һөҙөмтәләре буйынса, республика парламенты футболсылары еңеү яуланы. Улар «Берҙәм Рәсәй», «ЛДПР», «Яңы кешеләр» һәм «Ғәҙел Рәсәй» партияларының йәш вәкилдәренән көслөрәк булды.



