Иглин районында Иван купала байрамы билдәләнде

Белорус халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән байрамы 90-сы йылдар башында райондың ошо милләт вәкилдәре күпләп йәшәгән Балтик ауыл советы биләмәһендә тергеҙелә. Әлеге ваҡытта ул республика байрамы статусына эйә. Ғәҙәттәгесә, байрам майҙансығында төбәктең ҡул эштәре оҫталары, шулай уҡ белорус милли аштары күргәҙмәләре ойошторолдо. Байрамға йыйылған тамашасыларға бай мәҙәни программа тәҡдим ителде, халыҡ төрлө уйындарҙа ҡатнашып күңел асты, иң ҡыйыуҙар сараның төп атрибуты булған усаҡ аша һикерҙе. Йәйҙең сағыу байрамы һәр кемдең күңелен күтәрҙе. 

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ