Радий Хәбиров яугирҙарҙы бүләкләне, баҡыр ятҡылығын күҙәтеүгә алды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. Тәбрикләү тантанаһы Республика менән идара итеү үҙәгендә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә үтте. Көн тәртибендә йылытыу миҙгеленә әҙерлек һорауҙары ҡаралды. Төбәк башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында баҡырҙы геологик разведкалау кампанияһын шәхми контролгә алды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Аҙналыҡ оператив кәңәшмә алғы һыҙыҡта Ватан өсөн көрәшкән хәрбиҙәрҙе бүләкләү тантанаһынан башланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яугирҙарға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Медицина взводының медицина бүлеге командирының күкрәгенә генерал Шайморатов миҙалы тағылды.Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларына «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар менән әүҙем эш алып барыу маҡсатын ҡуйҙы. Илһөйәрлек проектында уҡыу программаһын үтеү өсөн ике мең кешенән 70 яугир һайлап алынған. Июлдә улар «Башҡортостан геройҙары» буйынса һөнәри уҡыуҙар үтә башлаясаҡ.

Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров быйыл йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәрен иртәрәк ойоштороу маҡсатын ҡуйҙы. Һауа торошо фараздары менән бәйле федераль властар йылытыу системаһы 15 сентябргә әҙер булырға тейеш тип иҫәпләй. Шуға ла яуаплы ведомтволар йылы ебәреүгә әҙерлек эшен июлдән үк башларға тейеш. Ғәҙәттә, йылытыу миҙгеле тышта уртаса тәүлек температураһы биш көн дауамында 8 градустан күтәрелмәгән осраҡта һәм ҡала хакимиәте башлығы ҡарары менән башлана.

Республика башлығы Радий Хәбиров баҡырҙы геологик разведкалау кампанияһын шәхси контролгә алды. «Салауат» йәмғиәте етәкселеге билдәләүенсә геологик өйрәнеүҙе тамамлау һәм проектты әҙерләү 2027 йылға планлаштырылған, һуңынан йәмәғәт тыңлауҙары һәм дәүләт экспертизаһы уҙғарыласаҡ.

Компания файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға етерлек ресурстар һәм проекттың иҡтисади нигеҙлелеген ентекләп раҫлағандан һуң ғына тотонорға ниәтләй. Бында башлыса урындағы халыҡ өсөн мең ярым эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш предприятие тарафынан Әбйәлил районының социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ярҙам саралары билдәләгән.

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Екатеринбургта асылған «Иннопром» сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан рәсми делегацияһын етәкләйәсәген хәбәр итте. 11 июлдә Бөрө ҡалаһында йылдағыса Ғаилә , мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үткәреләсәк. Байрам уңайынна бай йөкмәткеле мәҙәни программа әҙерләнгән, билдәле сәхнә оҫталары сығышы көтөлә.

Флорида Ким

Волна
Акции БСТ