Әбйәлил районында геологик разведка йәмәғәт контроле аҫтында үтә

Бөтә эштәр асыҡ һәм законға ярашлы булырға тейеш. Әбйәлил районының Ҡырҡтытау һырты янында геологик разведка эштәре урынында йәмәғәт күҙәтеү советы ағзалары һәм эксперттар булды. Улар «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең геологик разведка эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Геологик разведка эштәрен башлау алдынан мотлаҡ инструктаж. Яуаплы эш йәмәғәт күҙәтеүселәре контроле аҫтында үтә. Күҙәтеү советына район халҡы , депутаттар, урындағы власть вәкилдәре, ветерандар йәлеп ителгән. «Салауат» яуаплығы сикләнгән йәмғитәтең эшмәкәрлеген күҙәтеү советы Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында ойошторолған.

Йәмәғәт күҙәтеүселәре производство майҙансығында тәү башлап геологик разведка скважинаһына барҙы. Бында техник рекультивация буйынса эштәр башланған да инде. Эшселәр тау байыҡтырыу өлгөләрен һайлап алып лабораторияға оҙата. Шул уҡ ваҡытта подрядсы ойошма майҙанды тәртипкә килтерергә бурыслы.

Ҡырҡтытау һырты янында баҡыр ятҡылығы совет осоронда уҡ табылған, әммә уҙған быуатта майҙанды эшкәртеү кисектерелеп тора. Әле белгестәр ер аҫтындағы баҡыр ниндәй күләмдә икәнен аңлау өсөн разведка ойоштора.

Геологик разведка эштәрен 2027 йылдың аҙағына тамамлау планлаштырыла. Әгәр ятҡылыҡта баҡыр мәғдә запастары раҫланһа, киләсәктә был урында сәнәғәт ҡаласығы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ә был тәү сиратта район өсөн мең ярым кешегә эш урыны тигәнде аңлата.

Киләсәктә баҡыр запастары раҫланырмы- юҡмы һәм артабан компания был ятҡылыҡты эшкәртеү менән ҡыҙыҡһынырмы, әлегә билдәһеҙ. Әммә геологик разведка эштәре үткәрелгәндән һуң инвестор законға ярашлы урманды тулыһынса тергеҙеп, ерҙә рекультивация алып барырға бурыслы.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ