Екатеринбургта «ИННОПРОМ» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе асылды

Екатеринбургта «ИННОПРОМ» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе асылды. Күләмле сарала Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Быйыл эш программаһында - Рәсәй төбәктәре һәм эре индустриаль компаниялар етәкселәре менән осрашыуҙар ҡаралған. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров яҙҙы.

Ғәҙәттәгесә, төбәк стендында республиканың сәнәғәт ҡеүәте һәм тармаҡ ҡаҙаныштары киң күрһәтелгән. Шул иҫәптән авиация двигателдәре һәм пилотһыҙ техника, машиналар эшләү һәм химия продукцияһы. Сауҙа-сәнәғәт кооперацияһы, иҡтисадтың индустриаль секторҙарына ярҙам итеү ҡоралдарын камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса эксперттар ҡатнашлығында бер нисә дискуссия үтәсәк. Былар барыһы ла - илдең алдынғы төбәктәренең береһе булған Башҡортостандың һөҙөмтәле сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса системалы эштең бер өлөшө, тип яҙған Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ