Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында үтте. Унда Рәсәй төбәктәренән, 20-гә яҡын сит илдән ғалимдар, милли-мәҙәни үҙәк активистары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Сараның пленар өлөшөндә өлкә губернаторы Алексей Текслер һәм Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты. Быйыл Рәсүлев уҡыуҙары Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Конференция “Ватанды һаҡлауҙа һәм нацизмға ҡаршы көрәштә традицион конфессиялар берҙәмлеге” тигән темаға бағышланды. Халыҡ-ара сара барышында республика Силәбе өлкәһенә полк имамы Ғайса Рәсүлевҡа өсөнсө дәрәжә Изге Станислав ордены тапшырылыуы тураһында үҙенсәлекле тарихи документ бүләк итте. Рәсүлевҡа был награда Рус-Япон һуғышында күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн бирелгән була.




