Республикала һыу ҡорбандары күп

Стәрлетамаҡ районы Кантюковка ауылы быуаһынан ир кешенең кәүҙәһе сығарыла. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Икенсе хәл Мишкә районында теркәлә. Озерки ауылында 40 йәшлек ир батып үлгән. Ҡотҡарыусылар һыу инеү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, балаларҙы ҡарауһыҙ һыу буйына ебәрмәҫкә, эскән килеш һыуға төшмәҫкә һәм һаҡлыҡ саралары хаҡында онотмаҫҡа кәңәш итә.

Фото №1 - Республикала һыу ҡорбандары күп
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ