Бер аҙна эсендә йөҙләгән яңы артефакт. Ҡаҙылмалар Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһында урын аласаҡ. Һүҙ «Подымалово-1» ҡаласығындағы архелогия экспедицияһы тураһында бара. Был майҙандағы ҡаҙыныу эштәре 2017 йылда уҡ башланған. Архелогтарҙың табыштары бында Алтын Урза осороноң ҙур сауҙа һәм етештереү үҙәге булыуын иҫбатлай. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Тимер сәнске, ҡайсы, ҡытай технологияһы буйынса фарфорҙан эшләнгән сынаяҡ. Археологтар тапҡан көнкүреш әйберҙәре бында йәшәгән халыҡтың йәшәү шарттарын күҙ алдына баҫтыра. Улар етеш тормош көткән, сауҙәгәрлек үҫешкән булған. Ер ҡуйынында һаҡланған тәңкәләр ҙә ошо хаҡта һөйләй.
Һәр бер ҡатлам асыштар һәм табыштар донъяһы-төрлө ҡитғаларҙан килтерелгән һауыт-һаба, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, уйын һөйәктәре, балсыҡ шарҙар. Ҡаҙылмалар «Подымалово-1» ҡаласығының уникаль архелогик объект булыуын иҫбатлай. Белгестәр 14-се быуатта бында Бөйөк ебәк юлы үткән тигән фекергә лә килә. Экспонаттарҙан күренеүенсә халыҡ, игенселек, малсылыҡ, тегенселек менән шөғөлләнгән. Ғалимдар ерле халыҡтың һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүен, һунар ҡоштарын эйәләштереүен дә асыҡлаған.
Архелогик ҡаҙылмалар араһында һунар ҡоштарының аяғына кейҙерелгән бәләкәй генә ҡыңғырауҙар ҙа табылған. Тарихи сығанаҡтарҙан иһә башҡорттарҙың йыртҡыс ҡоштар менән яһаҡ түләүе лә асыҡланған. Ер аҫтындағы ҡомартҡылар бында металл иретеү йәки һөйәк эшкәртеү өсөн мейес булыуын да күрһәтә. Яҡынса 700 йыл элек бында һөнәрселек ҡаласығы булыуы ла ихтимал, ти архелогтар.
Археологик экспедицияла ҡаҙылмаларҙы традицион теркәү ысулдарынан тыш, һанлы ысулдар ҙа ҡулланыла, биләмәнең 3Д моделе төҙөлә. Йәғни элек ҡағыҙға ҡәләм менән һүрәт төшөрөлһә, хәҙер дрон, фотоаппарат менән 5 минутта дөйөм картинаны күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Хатта ҡаҙылмаларҙың ҡайҙа һәм ниндәй тәрәнлектә ятыуы билдәләнә. Быйыл экспедиция составы ла артҡан, майҙанда республиканың төрлө уҡыу йорттарынан һәм фәнни учреждениеларынан йөҙгә яҡын археолог эшләй.
Бер аҙна эсендә генә архелогтар 600-ләп тарихи ҡомартҡы тапҡан. Быйыл белгестәр йыйылған экспонаттары туплап, мәғлүмәттәрҙе өйрнеп ҡаласыҡтың тормош-көнкүрешен күҙ алдына баҫтырған. «Подымалово-1» ҡаҙыныуҙары Евразия күсмә цивилизациялар музейы проектының бер өлөшө булып тора. Иң һирәк артефакттар яңы музейҙың фондын тулыландырыр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова



