Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Республика клиник перинаталь үҙәгендә бала тапҡан гүзәл заттар тәбрикләнде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ҡатындарына Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ғаилә көнө. Республика клиник перинаталь үҙәгендә бер төркөм әсәйҙәр тантаналы минуттар кисерә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына бүләктәр тапшырҙы. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир ҙа байрам көнөндә яҡындары менән булды.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан әсәйҙәр өсөн бүләктәр әҙерләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙарға сабыйҙы ашатыу өсөн балалар ултырғысы һәм донъяға яңы килгән бәпестең тәүге фотоһүрәттәре тупланған альбом бүләк ителде.
Ғаилә мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә лә яугирҙарҙың күбеһе алғы һыҙыҡта. Биш бала әсәһе Зилә Андрющенко ире махсус хәрби операцияла саҡта ла сабыйҙарының ижади һәләттәрен асырға тырыша. Ишле ғаилә республикала уҙғарылған төрлө мәҙәни-спорт конкурстарында еңеүсе.
Ғаилә башлығы Ярослав Андрющенко үҙ теләге менән махсус хәрби опеарцияға юлланған. Быға тиклем ул Өфөлә маркетолог һөнәре буйынса эшләгән, «Атайлыҡ даны» конкурсында ҡатнашып финалға сыҡҡан. Татыу ғаиләлә үҫкән малай-ҡыҙҙар илһөйәр шәхестәр булып тәрбиәләнә.
Флорида Ким



