Өфөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө ҙур байрам менән үтте

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Өфөлә төп байрам саралары Ғаилә скверында ойошторолдо. Биләмәлә күргәҙмә-йәрминкәләр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләне, билдәле ижади коллективтар ҡатнашлығында концерт ҡуйылды. Күләмле байрам сараһынан киләһе яҙма.

Сирек быуаттан ашыу бергә татыу ғүмер иткән ғаиләләргә-ихтирам һәм хөрмәт билдәһе. Бәхетле парҙар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙал, Республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Өфөнөң Ғаилә скверында ғаиләләр парады ойошторолоуы ла байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән Өфө халҡын Башҡортостан Хөкүмәте етәкселеге лә тәбрикләне. Майҙанда көн дауамында үҙешмәкәр коллективтар йыр-бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар уҙғарылды. Теләүселәр ғаилә һорауҙары буйынса бушлай консультациялар алды. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ҡырҡтан ашыу ярҙам сараһы күрһәтелә.

Байрам көнөн уңайынан Өфө ҡалаһы тарихы музейында ла 25 йылдан ашыу татыу ғүмер иткән ғаиләләр тәбрикләнде. Баш ҡалананан ете ғаилә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» йәмәғәт миҙалы алды. Бүләкләнеүселәр билдәләүенсә, бәхетле ата-әсәй, олатай-өләсәй булыуҙан ҙурыраҡ бәхет юҡ. Тап балалар йәшәүгә дәрт өҫтәй.

Сара аҙағында ҡунаҡтар өсөн музей буйлап экскурсия уҙғарылды, сал сәсле парҙар экспозициялар менән танышҡанда йәшлек йылдары хәтирәләре менән дә уртаҡлашты.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ