Бының өсөн колл-үҙәк ойошторолған. Ул 1 майҙа асылды. Көн һайын 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, водителдәр түләүле парковканы уртаса 1-2 сәғәт ҡуллана. Эш көндәрендә автомобилде бында ҡалдырыуҙың бер сәғәте 40 һум тора. Парковкалар 27 июндә асылды. Бөгөнгә 1 миллион һум аҡса күсерелгән. Ҡағиҙә боҙған водителдәрҙең техникаһы штраф туҡталҡаһына оҙатылған. Түләүле парковка урындарының исемлеге менән баш ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.




