Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдерҙе. 2030 йылға тиклем тағы бер мең комплекс файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Республика юлдарында 700 заправка, 230 кафе, 22 ҡунаҡһана һәм автомобилдәрҙе электр зарядлау өсөн 58 махсус станция эшләй.




