Республика район-ҡалалары Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләне

Республика район-ҡалалары Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләне. Баймаҡта был көндө алтын туйҙарын туйлаусы юбиляр парҙар, өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе сюжетта.

Баймаҡ районында ла иңгә-иң терәшеп, тормош юлын бергә үткән, оҙаҡ йылдар татыу һәм матур йәшәгәндәр бихисап. Шулар араһынан бөгөн биш ғаилә: Фуат һәм Рауза Бәхтиевтар, Булат һәм Яңылбикә Муллабаевтар, Миниғәлей һәм Гөлбикә Рәхимғоловтар, Зәкирйә һәм Рәмилә Солтанғазиндар, Кәрим һәм Таңһылыу Ильтининдар алтын туй уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итте.

Бәхетле парҙар алтын туйҙы билдәләү тураһындағы актҡа ҡул тамғалар ҡуйҙы, йәш быуынға теләктәрен, татыу йәшәү серҙәрен еткерҙе. Тап йәш саҡтарындағы кеүек, тик 50 йыллыҡ ғаилә вальсына төштө.

Матур дата уңайынан Баймаҡ районы хакимиәте бинаһында “Әсәлек даны” дәүләт миҙалын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. 7 күп балалы әсә юғары наградаға лайыҡ булды. Улар араһында Билал ауылынан биш бала әсәһе Юлиә Билал ҡыҙы ла бүләкте ҙур һөйөнөс менән ҡабул итте.

Бер-береһенә ҡарата булған мөхәббәттәре һүнмәгән, һүрелмәгән матур ғаилә байрамдарын туйлаусылар, ишле балалар тәрбиәләүсе әсәләр беҙҙең йәмғиәтебеҙгә бөгөн үҙҙәренең өлгөһөн ҡуйҙы. Бындай татыу ғаиләләр киләсәктең ышаныслы нигеҙе.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ