Башҡортостанда GSM-модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын таратыу буйынса пилот проект тормошҡа ашырыла. Заманса ҡоролма янғын сыҡҡан осраҡта хәүеф сигналын бер нисә ведомство ҡотҡарыусыларына һәм йорттоң хужаларына ебәрә.
Ҡариҙел районында белгестәр GSM-модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын 12 ғаиләнең йортона ҡуйған. 2016 йылдан алып республикала 675 мең янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы таратылған, уларҙың байтаҡ өлөшө мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн бүленгән. Янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ярҙамында төбәктә 8 йыл эсендә меңдән кеше ғүмере ҡотҡарылған.



