Исмаҡайҙа Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған саралар үтте

Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған байрам саралары әҙиптең тыуған төйәге Белорет районы Исмаҡай ауылында үтте. Яҡташтары тарихты үҙ әҫәрҙәрендә мәңгеләштергән яҙыусының исемен онотмай. Юбилей сараларынан исмаҡайҙар ситтә ҡалмай оло ҡор йыйҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Тиҫтәләрсә йылдан һуң, Яныбай Хамматов башҡарыуындағы башҡорт халыҡ «Илсе Ғайса» йыры яҙыусының тыуған Исмаҡай ауылында яңғыраны. Ғаилә архивында һаҡланған аудиотаҫмаға әҙиптең бүләсәһе Нәйлә Атнағолова ҡушылып йырланы. Оҙон көй яҙыусының 100 йыллығына махсус әҙерләнгән.

Исмаҡайҙар күренекле яҡташтарын оло ихтирам менән иҫкә ала. Яныбай Хамматовты улар башҡорт тарихы йырсыһы тип йөрөтөүе лә осраҡлы түгел. Сөнки, әҙип тарафынан яҙылған ике тиҫтәгә яҡын романдар араһында Белорет районына бәйле мәғлүмәттәр бик күп. Улар яҙыусының 100 йыллығына бәйле ойошторолған байрам тамашаһында ла әйтеп үтелде.

Әйткәндәй, юбилей йылында әҙиптең яҡындары ярҙамында заманында баҫылмай ҡалған «Алтын юлағым» тип исемләнгән автобиографик романы донъя күргәйне. Бер нисә ай эсендә ул үҙ уҡыусыһын табып, уҡымлы китаптар исемлеген тулыландырҙы. Бөгөн ул да Исмаҡай ауылы китапханаһы кәштәһендә урын алды.

Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына бәйле саралар тик бының менән сикләнмәйәсәк. Яҡын арала республикала әҙип исеме тағы бер урамға биреләсәк. Шулай уҡ йыл аҙағында башҡорт тарихын мәңгеләштергән яҙыусы тураһында документаль фильм сығыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ