Башҡортостанда «Бисура» тулы метражлы фильмы өҫтөндә эш дауам итә

Башҡортостанда «Бисура» тип исемләнгән тулы метражлы фильм өҫтөндә эш дауам итә. Сюжетҡа ярашлы, Мәскәүҙә эшләгән бизнесмен тыуған яғына ҡайтып, авиазавод төҙөргә теләгән. Әммә урман эйәләре-Бисура менән Шүрәлегә тап була. Кинокартинаның бер өлөшө илдең баш ҡалаһында төшөрөлһә, иң төп эпизодтар өсөн республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындары һайлап алынған. Әйтәйек, Ишембай районындағы Ғүмәр тарлауығы биләмәһендә һабантуй байрамына ҡағылған күренештәр төшөрөлдө. Ижади төркөмдөң эшен БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Илдең баш ҡалаһынан килгән көтөлмәгән ҡунаҡ. Бизнесмен Серурман тип аталған уйлап сығарылған ауылға ҡайтып, хозур тәбиғәт ҡосағында сәнәғәт предприятиеһы күтәреү башланғысы менән яна, әммә идеяһы баштан уҡ ҡаршылыҡҡа осрай. Урман эйәһе-Бисураға юлыға. Төп ролде, Урал исемле бизнесменды күренекле йәш актер Давид Сократян уйнай. Мәскәү ҡунағы бер һүҙҙән Башҡортостан тәбиғәте менән хайран ҡалыуын билдәләне.

Әкиәткә тиң матур, шул уҡ ваҡытта ҡырағай урындар күп. Уларҙың күп өлөшөнә үтеүе лә еңелдән түгел, шуға күрә ижади төркөмгә бер ни тиклем ауырға ла төштө. Фильм киң прокатҡа сыҡҡандан һуң, ниндәй ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килгәнде күрерһегеҙ тип уйлайым.

Давид Сократян, актёр

Фильмдың бер өлөшө Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә төшөрөлгән. Төп эпизодтар өсөн Башҡортостан һайлап алынған. Әлегә Вертолет һәм Иҙрис мәмерйәләре биләмәһендә эш тамамланған, Ишембай районындағы Ғүмәр тарлауығында һабантуй күренештәре яҡтыртыла. Байрамдың иң сағыу мәле-милли көрәш буйынса турнир. Төп герой үҙе лә аңламаҫтан башҡорт батыры менән бер келәмгә баҫа. Көрәшсе ролен Миәкәнән Халыҡ-ара спорт мастеры Айгиз Зәйнетдинов уйнай.

Ижади команда һабантуй мәлен детәлдәргә тиклем тергеҙгән. Тирмәләр, башҡорт халыҡ кәсептәре өлгөләре һәм милли ризыҡтар күргәҙмәһе майҙансыҡтары ҡорола. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған өс йөҙҙән ашыу кеше-икенсе көн ижади процесс үҙәгендә.

Һабантуй реконструкцияһы өсөн бейеү һәм фольклор ансамблдәре лә саҡырылған. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев та тотош майҙанды ҡурай моңона сорнап, Мәскәү ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Башҡорт мәҙәниәтен яҡтыртҡан кинокартинала милли музыка ҡоралына ла айырым иғтибар бүленгән.

Фильмдың режиссеры-Александра Бодрая. Мәскәүҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәләтле яҡташыбыҙ тәүге тулы метрлы дебют фильмын тап Башҡортостанда төшөрөргә ҡарар иткән.

Фильмда тәбиғәт менән цивилизация, ауыл менән ҙур мегаполис араһында конфликттан тыш, балалар һәм ата-әсәләр мөнәсәбәте күрһәтелә. Төп герой Урал тыуған яғына ҡайтып, кешелекле булырға өйрәнһә, Бисура йәмәғәтселекте күҙәтеп, кешеләргә яҡынайырға тырыша-һәм бына уларҙың юлдары киҫелешә. Төп темаларҙың береһе тап мөхәббәткә бәйле.

Александра Бодрая, режиссёр

Фильмда ҡатнашҡан күренекле Рәсәй артистары араһында ла яҡташыбыҙ бар. Ейәнсура районында тыуып үҫеп, бөгөн киноиндустрияла уңышлы сығыш яһаған Марат Абдрахимов фильм эпизодтарының тап Башҡортостанда төшөрөлөүенә ихлас ҡыуаныуын белдерҙе. Актер билдәләүенсә, тыуған яҡта эшләү-үҙе ғорурлыҡ, илһам ҡанаттарын нығыта.

Фильм өҫтөндә эш быйыл майҙа башланған. Киң йәмәғәтселек иғтибарына ул киләһе йыл тәҡдим ителә.

Ижади төркөм Башҡортостанда 15 июлгә тиклем эшләйәсәк. Ишембай районынан һуң сәйәхәт республиканың башҡа тәбиғәт ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындары буйлап дауам итә. Йомағужа һыуһаҡлағысы, Мораҙым тарлауығы һәм Еҙем йылғаһы буйында фильм өсөн эпизодтар төшөрөләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ