Район халҡы алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн “Нива” һәм “УАЗ” автомобилдәре әҙерләгән. Уларҙың техник торошо тикшерелгән, капиталь ремонт яһалған. Хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн өҫтәмә йыһаздар ҡуйылған. “Автомобилдәр яҡын арала хәрбиҙәргә тапшырыла. Петр Фәйрушинға һәм битараф булмаған бөтә яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ”, - тип хәбәр итәләр Нуриман районы хакимиәтенән.




