Ул урмандарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән федераль проектҡа ярашлы үткәрелде. Операция барышында 150 рейд уҙғарылған. Ведомство һәм министрлыҡ белгестәре ағас ташыған 200-ҙән ашыу техниканы тикшергән. 4 автомобилгә арест һалынған. Уларҙың хужалары урман ҡанундарын боҙоуҙа ғәйепләнә. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуҙың 32 осрағы асыҡланған. 7 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Белорет районында законһыҙ ағас эшкәртеүселәр тотолған. Сеймал тартып алынған, транспорт штраф туҡталҡаһына оҙаылған. Архангел урмансылығы биләмәһендә көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү осрағы асыҡланған. Ғәйепле кеше яуапҡа тарттырылған.





