«Халыҡ фронты» яугирҙарға 54 миллиард һумлыҡ ярҙам йүнәлткән

Махсус хәрби операция башланғандан алып «Халыҡ фронты» тарафынан яугирҙарға ярҙамға 54 миллиард һумдан ашыу аҡса йыйылған. Был турала ил президенты Владимир Путин «Бөтәһе лә еңеү өсөн!» форумында белдерҙе.

Өс йыл эсендә миллионлаған граждандар, алдынғы корпорациялар һәм шәхси эшҡыуарҙар, күп кенә хеҙмәт коллективтары еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Йыйылған сумманың 45 миллиардтан ашыуы-хәрбиҙәрҙең шәхси заявкалары буйынса тотонолған. Фронтҡа кәрәкле ҡорамалдар, техника, квадрокоптерҙар, дарыуҙар, 14 меңдән ашыу транспорт саралары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алынған, тип белдерҙе дәүләт башлығы үҙ сығышында.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ