Туғанлыҡ ептәрен нығытыу-изге аманат! Ырыу шәжәрәһен һаҡлау, ете быуын ата-бабаһын, тарихын өйрәнеү маҡсатында Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында «Бәрсәк» нәҫеле йыйыны үтте.
Баймаҡ районының Йәнйегет ауылына 1816 йылда Таулыҡай кешеләре нигеҙ һалған. Тәүгеләре тип зауряд-сотник Йәнйегет Таулыҡаев исеме менән йөрөтәләр. Икенсе йыл ауылдың 210 йыллығы билдәләнәсәк. Шуға әҙерлек маҡсатында Әбсәләм йылғаһы буйында-»Бәрсәк» йыйыны үтте.
Башҡорттарҙа ырыу бүленеше бар, улар яҡынса 5-30 туғандаш ғаиләләр төркөмөнән тора, уларҙың бер ата-бабаһы, дөйөм исеме һәм берҙәм тамғаһы була. Йәнйегет ауылында бер нисә ара бар, мәҫәлән, берсәк, иштан, һапаша һәм башҡалар. Берсәк араһы-иң киң таралғаны. Башҡорт телендәге ул һүҙе бер нисә мәғәнәгә эйә. Уларға ойошҡанлыҡ, берҙәмлек сифаттары хас.
Сәхнәлә бәрсәктәрҙең һәр ғаилә вәкилдәре үҙҙәре тураһында һөйләне, концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Халҡыбыҙҙың матур йолаһы менән үрелеп барған байрамда барлығы 130-ға яҡын кеше ҡатнашты, улар бер береһе менән яҡындан танышты, туғанлашты, ихлас аралашты, тарих төпкөлдәренә төштө. Балалар өсөн төрлө спорт һәм өҫтәл уйындары ойошторолдо. Йыйындың юғары кимәлдә үтеүенә һәм үҙ маҡсатына ирешеүенә ойоштороусылар күп көс һалды.
Рүзилә Ғүмәрова




