«Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды

«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

«АгроВосток» компанияһы етәкселеге Өфө районында йәшелсә-емеш продукцияһын һаҡлау һәм таратыу өсөн логистик комплекс төҙөү проекты менән таныштырҙы. Майҙаны 15 мең квадрат метрлыҡ объектты Подымалов ауылы эргәһендә төҙөү планлаштырыла. Уны сафҡа индереү өсөн 600 миллион һум инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Файҙаланыуға тапшырылғандан һуң майҙансыҡта 30 яңы эш урыны булдырыла.

«Батыр» компанияһы вәкилдәре лә Белорет районы Инйәр ауылында ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө проектын тәҡдим итте. 500 квадрат метр майҙанлыҡ бинала уңайлы 10 номер йыһазландырыласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу 20 яңы эш урыны асыуға мөмкинлек бирә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме-21 миллион һум. «Инвестиция сәғәте»ндә тағы ла өс проект тикшерелде. Улар инвестиция комитеты тарафынан хупланды һәм өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды. Эшҡыуарғарға шулай уҡ ҡуртымға ер участкаһы алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ