Өфөлә «Башҡортостан төҙөлөш комплексында һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсына йомғаҡ яһалды. Ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған бәйге еңеүсеһе республика данын Волга буйы федераль округында яҡлаясаҡ. Баш ҡалалағы төҙөлөш объекттарының береһендә барған көсөргәнешле ярашты БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Һөнәри оҫталыҡ конкурсында республиканың төҙөлөш компанияларынан икешәр кешенән торған 11 төркөм ҡатнашты. Бәйге талаптарына ярашлы, улар күп ҡатлы йорттоң стенаһын тиҙлеккә күтәреүҙә ярышты, эштең сифатлы башҡарылыуына ла айырыуса иғтибар йүнәлтелде. Рәфил Айытҡолов конкурс ҡағиҙәләре менән яҡшы таныш, биш тапҡыр ҡатнашып өлгөргән.
Төҙөлөш материалдары һәм эш ҡоралдары бәйгене ойоштороусылар тарафынан әҙерләнә. Конкурстың баһалама комиссияһы ағзалары эш барышын етди күҙәтте-иң мөһиме бында нормативтарҙан тайпылмау. Ташсылар хеҙмәт һағы һәм эш производствоһы технологиялары буйынса һорауҙарға яуап биреп, теоретик белемен дә күрһәтте.
«Иң яҡшы ташсы» конкурсы Төҙөүселәр көнө булдырылыуға 70 йыл тулыуға арналған. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, был һөнәр бөгөн айырыуса ихтыяж менән файҙаланыла. Республикала ғына 180 меңгә яҡын кеше был өлкәлә фиҙаҡәр хеҙмәт итә.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Бриг» төҙөлөш компанияһының эшсе төркөмө еңеүсе тип танылды, республиканың иң яҡшы ташсылары Волга буйы федераль округы буйынса ойоштороласаҡ бәйгелә ҡатнашыуға саҡырыу алды.
Гөлназ Хәйбуллина



