«Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексы ярҙамында быйыл 30 енәйәт асыҡланған

«Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексы ярҙамында быйыл 30 енәйәт асыҡланған. Ошо һәм башҡа статистика мәғлүмәттәре Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса республика комиссияһы ултырышында яңғыраны. Кәңәшмәлә ташҡын эҙемтәләре лә тикшерелде.

Быйыл яҙ еңелдән булманы. 28 муниципаль берәмектә һыу баҫыуҙың 63 осрағы контролдә тотола. Бөтә республика ведомстволарының һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең яйға һалынған эше арҡаһында кешеләрҙең һәләк булыуына һәм йәрәхәтләнеүенә юл ҡуйылмай. Иң ҡатмарлы хәл барлыҡҡа килгән биләмәләрҙә халыҡҡа ваҡытында адреслы ярҙам күрһәтелә. Һуңғы көндәрҙә һауа торошо эҫе тора. Күптәр һыу ятҡылыҡтарында ял итә. Комиссия ултырышында ҡатнашыусылар халыҡҡа махсус йыһазландырылған урындарҙа һәм пляждарҙа ғына һыу инергә кәңәш итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ