Өфөлә ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге старт алды

Башҡортостан тәүге тапҡыр ишеү слаломы буйынса юниорҙар араһында уҙғарылған ил беренселеген ҡабул итә. «Рәсәй йәшлеге» Бөтә Рәсәй ярыштарын асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, ишеү слаломы буйынса Федерация президенты Сергей Папуш ҡатнашты. Былтыр октябрҙә асылған спорт комплексында илдең 19 төбәге һәм Ҡаҙағстандан өс йөҙҙән ашыу йәш спортсы йыйылды. Төбәк башлығы ҡунаҡтарҙы сәләмләп, мәртәбәле ярышта уңыштар теләне. Шулай уҡ федерация етәкселегенә Рәсәй беренселегенең тап Өфөлә уҙғарылыуы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» төбәк программаһы еңеүселәренә-Миәкә, Архангел һәм Мәләүез районы спорт мәктәптәренән дүрт уҡытыусыға 1-әр миллион һумлыҡ сертификат та тапшырҙы. Почетлы ҡунаҡтар ярыштың иң йәш ҡатнашыусыһы Башҡортостандан Никита Мазановтың каяк бортына «Алға, Башҡортостан», «Рәсәй-спорт державаһы», «Башҡортостан-спортта еңеүҙәр төбәге» тигән теләктәр яҙылған наклейкалар йәбештерҙе. Тантаналы сараны «Первушин» аэродпромының пилотаж авиация төркөмө сығышы тамамланы. Радий Хәбиров менән Сергей Папуш ярышта ҡатнашыусылар һәм тренерҙар менән аралашып, 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында ойошторолған шәхси уҙыштарҙы күҙәтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ