Яугирҙар араһында ойошторолған һөнәри оҫталыҡ буйынса тәүге беренселек 25-29 июлдә Ҡазанда үтә. Ул ил етәксеһе Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса уҙғарыла. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалынан хәбәр итеүҙәренсә, чемпионатта республиканан 6 кеше ҡатнаша. “Ярыш ир-егеттәрҙе дәртләндерә. Уларҙың ышанысын арттыра, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итә”, - тип белдерҙе фонд филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Чемпионатта 400-ҙән ашыу кеше көс һынаша. Улар араһынан 75 финалист һайлана.




